“Күңелле ҡышҡы каникул”
Ҡышҡы каникулда Темәс ауылы модель китапханасыһы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы Әүәлбаева “Күңелле ҡышҡы каникул “исемле балалар өсөн ҡышҡы уйындар сараһын үткәрҙе.
Уйында балалар ике командаға бүленеп ярыштылар.
Шулай уҡ төрлө оҫталыҡ һәм тапҡырлыҡ талап иткән һорауҙарға яуаптар бирҙеләр.Уйындарҙа ҡатнашҡан балаларҙың шатлыҡлы һәм ҡыуаныслы тауыштары тирә-яҡҡа яңғырап торҙо.Сара бик күңелле һәм дуҫтарса шарттарҙа үтте.
Һуңынан балалар менән бергәләп тау шыуырға барҙыҡ .


