Ижад кисәһенә Өфө,Сибай,Баймаҡ ҡалаһынан туғандары,мәғариф, мәҙәниәт, йәмәғәт вәкилдәре, Гөлнара Кәрим ҡыҙын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары туғандары,балалары шатлыҡтары менен уртаҡлашырға тип килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Гөлнара Кәрим ҡыҙының был китабы сығыуы уның өсөн генә ҡыуаныс түгел беҙҙең өсөн,ауылдаштары ,дуҫтары өсөн дә ҙур һөйөнөс булды!
Был йыйынтыҡҡа “Күңелем миҙгелдәре” китабында яҡын шиғырҙары ингән, инмәй ҡалғандары ла байтаҡ ҡына. Тыуған ер, тәбиғәт, мөхәббәт, сәйәсәт һәм тормошҡа арналған шиғырҙар тупланған унда.
Тамашасылар Гөлнара Кәрим ҡыҙының бер шәлкем шиғырҙарын тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып , илһам, дәрт алдылар.
Бер нисә шиғырына йырҙа һалынған.Һәүәҫкәр композитор ,Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Вилюр Мәүлитов ”Рәхмәт һиңә” шиғырына Фәрит ағай Йосопов йырланы.
Кейәүе Мигранов Рөстәм Нурулла улы бер нисә шиғырҙарына көй сығарған ейәне Фәтих Рөстәм улы”Олатайым “,Миңзифа Йосопова”Йылмай әле “ йырҙарын йырланылар.
Солтанова Рәмзиә апай ,”Ғылмияза “фольклор төркөме кисәне дәртле бейеүҙәре менән биҙәне.
Һәләтле ауылдашыбыҙ, ҡәләм оҫтаһы Гөлнара апай Ҡотлоғәләмованың шиғырҙары беребеҙҙе лә битараф ҡалдырманы, күңелдәрҙе уйландырҙы, хисләндерҙе, моң – һағышҡа сорнаны, бына шундай тәрбиәүи көскә эйә ул уның ижад емештәре!
Тәжрибәле уҡытыусы, нескә күңелле һәләтле шағирә Гөлнара апай Ҡотлоғәләмоваға ныҡлы Һаулыҡ, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ!
Яҡты ал таңдар, сыуаҡ көндәр һеҙҙең күңелде һәр саҡ яҡтыртып торһон! Балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың хөрмәтенә төрөнөп, изгелек – мәрхәмәткә ҡойоноп, ауырымай- һыҙланмай оҙон- оҙаҡ ғүмер итергә насип итһен!
Күңел баҡсағыҙҙа һәр саҡ илһам ҡошо һайрап торһон. Яңынан яңы шиғырҙарығыҙ менән барыбыҙҙы ла ҡыуандырып йәшәгеҙ!
Гөлнара Кәрим ҡыҙы кеүек талантлы ауылдаштарыбыҙ күберәк булһын, уларҙың һау сағында, бар сағында кәҙерен беләйек, дуҫтар!



