logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Йөрәгемдә – бар доньяға һөйөү»

📖🖋 Күренекле яҡташ шағирә Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек юбилейы айҡанлы, Темәс ауыл модель китапханаһында «Йөрәгемдә – бар доньяға һөйөү» исемле китапхана дәресе үткәрелде. Шағирәнең тормош юлы, ижады, китаптары, шиғырына яҙылған йырҙарына байҡау яһаныҡ.

📖🖋Кисәлә Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын уҡырға яратҡан китап уҡыусылар ҡатнашты..
Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары кешеләргә, донъяға булған һоҡланыу сатҡыларын һәммәбеҙ ҙә тойҙоҡ, үҙебеҙ менән күңелдәребеҙҙе байытып шиғырҙарын уҡыныҡ, һәр шиғыры йөрәктәргә үтеп инде.

📖🖋Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары — ҡатын ҡыҙ яҙмышын тәрәндән аңлау, йөрәгенең түрендә атай менән әсәйгә, ғәзиз балаларына ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү, туғандарын ҡәҙерләү, рухи ҡиммәттәргә тоғро булыу тураһында. Шуға ла уның бихисап шиғырҙары үҙенән үҙе йырлап тора, шуға ла уның үҙ композиторҙары, тиҫтәләгән йырсылары бар.

📖🖋Артабанда беҙ шағирәгә ижади уңыштар теләйбеҙ.