logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

” Игенсе хеҙмәте менән данлы”

✅ Ауыл китапханалары араһында иғлан ителгән смотр-конкурс сиктәрендә Темәс ауыл модель китапханаһы ла проект эштәрен яҡланы.

Китапхана төрлө исемле проекттар менән эш алып бара :мәҫәлән ”Һаулыҡ ҙур байлыҡ”, “Уҡытыусы һәм яҙыусы”,”Өләсәйем һандығы”, ә инде “Ауылым шәхестәрен данлайбыҙ” исемле проекты менән ун йылдан ашыу эшләп киләбез.Был проект буйынса ауылдың данлыҡлы шәхестәрен эҙләп табып,уларҙың тормошон өйрәнеп,тормош тәжрибаһен халыҡҡа, йәштәргә еткереү, ололар менән йәштәр араһында быуындар бәйләнешен булдырыу максаты менан эшлайбез.

Ошо проектҡа бәйле.” Игенсе хеҙмәте менән данлы” исемле кисә үтте Ғүмере буйына кешеләргә тик сауаптар ғына эшләгән, милләтебеҙҙең абруйы булған аграном, меңдәр өсөн үрнәк кеше –“Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Ғибәҙәтов Ишдәүләт Мирза улының 70 йәшлек юбилейына арналды.

Кисәгә ауылыбыҙҙың -ғүмерҙәре буйына халҡына, милләтенә, хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм һәм йәм табып йәшәүсе, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе ,ҡасандыр даны тирә-яҡҡа таралған “Һәүәнәк” совхозында ал-ял белмәй хеҙмәт иткән эшселәр, ә бөгөнгө көндә абруйлы ветерандарҙы саҡырҙыҡ.

Ишдәүләт Мирза улының Һәүәнәк совхозында эшләгән йылдары иң һөҙөмтәле йылдар була. Был йылдар совхоз өсөн үҫеш һәм ҙур төҙөлөштәр алып барган йылдар булды.Ошо ваҡытта Ишдәүдәт Мирза улы менән иң –иң терәшеп бик күп көслө белгестәр һәм етәкселәр эшләне.

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты:
Комиссия етәксеһе Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының директоры,
Сәфәрғәлина Дилара Зәки ҡыҙы – үҙәк китапханаһының бүлек мөдире
Ауыл хужалығы буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Шарипов Азат Булат улы, совхоз менән етәкселек иткән, бергә эшләгән етәкселәре “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған Илшат Хәмит улына Ситдиков, Марат Булат улы Салихов.

Темәс урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты,Темәс ауыл моделле китапхана хеҙмәткәре Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы ,Марат Юлай улы Әүәльбаевтар әҙерләне һәм ойошторҙо.Шахморатова Зәбирә Әғзәм ҡыҙының класы шиғырҙары менән,Ильдар Ғәле улы Абдуллин,Айгөл Урал ҡыҙы Урмантаева,”Ғильмияза” һәм “Умырзыя” фольклор төркөмө музыкаль яҡтан сәхнәне биҙәне. Ғибәҙәтов Ишдәүләт Мирза улы килгән ҡунаҡтарҙың бөтәһенәлә сәй табыны әҙерләне.Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Эштәрендә ҙур уңышлыҡтар теләйбеҙ!
Тормошобоҙҙа ошондай осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!