Халыҡ хәтере-мәңгелек
✅ Башҡорт халҡының ҡаһарман яугир улы, билдәле шағир,телсе,драматург ,Башҡортостан мәғәрифенә һәм матбуғатына нигеҙ һалыусыларҙың , башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе булған ,тәүге башҡорт хөкүмәте ағзаһы Хабибулла Ғабделҡадир улы Габитовҡа тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы “Халыҡ хәтере – мәңгелек ” тип аталған Хәтер кисәһе үтте.
✅Сарала яҡын -тирә ауылдарҙан тарих,башҡорт теле уҡытыусылары ,Темәс ауылының тарих менән ҡыҙыҡһынған халҡы һәм саҡырылған ҡунаҡтар Түңгәүер ырыуы ҡорбашы,Баймаҡ районы йәмғиәт палатаһы етәксеһе,Ҡаратал мәктәбе уҡытыусыһы Йәнбирҙин Рим Сөләймән улы , хеҙмәт ветераны Темәс ауылының почетлы гражданины,тәүге Темәс тарихи -мәҙәни үҙәге етәксеһе Йәнсурин Раул Хөрмәт улы,Баймаҡ районы йәмғиәт палатаһы ағзаһы Аҡбулатов Иршат Рәүф улы ,Темәс музейы етәксеһе Мәжитов Айҙар Рәйес улы ҡатнаштылар һәм сығыш яһанылар.
✅Хәтер кисәһендә сығыш яһаусылар Хәбибулла Габитовтың тормошо,уның халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап көрәше,тәүге башҡорт әлифбәһен булдырыуҙа арымай – талмай эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.Ҡайҙа ғына эшләмәһен Хәбибулла Габитов үҙен оҫта ойоштороусы,белемле ,халыҡтың ысын патриоты итеп күрһәтә. Баймаҡ ҡалаһының һәм районының арҙаҡлы шәхесе тураһында яңы мәғлүмәттәр,уның артабан исемен мәңгелләштереү маҡсатында тәҡдимдәр индерҙеләр.Осрашыу йәнле һәм эшлекле шарттарҙа үтте.
✅Кисәне шулай уҡ”Атайсал клубы” ағзалары, мәғәриф ветерандары, Бикбова Асия Сәлимгәрәй ҡыҙы һәм Ҡотлоғәләмова Гулнара Кәрим ҡыҙы үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары ,ә Сәүәрбәева Вәсилә Бирғәле ҡыҙы моңло йырҙары менән биҙәне.
✅Хабибулла Габитов улы тураһындағы фото һәм видеояҙмалар, уның тормошо ,көрәше тураһындағы сығыштар, сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Башҡорт халҡының артабанда онотолған шәхестәрен эҙләү,өйрәнеү маҡсат итеп алынды.Киләсәктә ошондай шәхестәребеҙгә арнап ғилми конференциялар үткәрергә,уларҙың исемдәрен мәңгелләштереү өсөн яңы барлыҡҡа килгән урамдарға исемдәрен биреү һәм башҡа эштәр тураһында килешеп һөйләшелде. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ .