logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Халҡым күңеле уның бейеүҙәрендә”

Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда күренекле сәнғәт эшмәкәре, башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән , « Почет билдәһе» ордены кавалеры, бик күп республика ,район хакимиәттәре почет һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән оҫта гармунсы, һәләтле хореограф, «Йондоҙ» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тәүге етәксеһе Ришат Әхмәтзәкир улы Санъяровтың “Халҡым күңеле уның бейеүҙәрендә” исемле Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһенә үткәрелде.

Кисәлә уның яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға, иҫкә алырға Сибай, Баймаҡ ҡалаһынан, мәҙәниәт, йәмәғәт вәкилдәре, уҡыусылары, арҙаҡлы ир уҙаманын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, туғандары ,мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Баймаҡ мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Гульназ Хәлидәр ҡыҙы,Темәс ауылы хакимиәте башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы,”Салауат Юлаев” ордены кавалеры, Башҡортостан республикаһы дәүләт йыйылышының 1-2 саҡырылышы депутаты,биология фәндәре кандидаты, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре,Баймаҡ һәм Баймаҡ районы почетлы гражданины,Баймаҡҡа фиҙәҡәр хеҙмәте Знагы кавалеры Ситдыҡов Ильшат Хәмит улы, күп йылдар Темәс ауылы хакимиәте етәксеһе,хеҙмәт ветераны,Темәс ауылының почетлы гражданины Рауил Хөрмәт улы Йәнсурин.
Хеҙмәт ветераны, Рәсәй федерацияһының башланғыс прафессиональ белем биреү отличниге,Бөтә донья башҡорт ҡоролтайының “Алда нур сәс халҡыңа” миҙалы кавалеры Зәйнитдин Мостафа улы Тимербулатов.
”Знак почета” билдахе кавалеры, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Юлдаш йыры конкурсы дипломанты , дуҫы , ауылдашы Фәрит Әбүзәр улы Йосопов. Уҡыусыһы, коллегаһы , Батыр Вәлид премияһы лауреаты, республика “Байыҡ “ конкурсында гран – при призын яулаусы Әсҡәт Шәфҡәт улы Нурмөхәмәтов.Сахи Хисматуллин,Рамазан Йанбаков,конкурсы дипламаты,Бибисара Азаматова исемендаге конкурсы гран-при яулаусы Фируза Әхмәр ҡыҙы Искужина.Сибай ҡалаһынан“Яҙгөл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбеле етаксеһе–Башкортостандын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафикова Дилара Мухитдин кыҙы ,һ.б ҡатнаштылар.

Хәтер кисәһе аят менән Ришат ағайҙың улы Динар Саньяров башлап ебәрҙе.Ришат Саньяровты уҡыусылары,коллегалары яҡты иҫтәлектәрен һөйләп һәм бейеү, йырҙар менән үрелеп барҙы.
Кисәгә сағыу бейеүҙәре менән күрше ауылдарҙан етәкселәре Иҙрестән Халикова Рәсимә,Күгиҙел ауылынан Нарынбаев Азамат ,Темәстен Илгизә Искужина ,Баймаҡтан “Ирәндек”бейеү ансамбеле,”Ғилмияза”фольклор төркөмө ҡыҙҙары һәр береһе үҙҙәре төҙөгән ансамбелдәре менән сығыш яһанылар ,ә Фәрит Йосопов,Фирүзә Искужина,Айгөл Урматаева ,Шамил Мәжитов, Рауил Йәнсурин һәм ҡурай моңдары тамашасыны хайран итте.

Ришат Саньяров Темәс урта мәктәбен тамамлағас 1977-1978 йылдарҙа белем алыу теләге менән Стәрлетамаҡ сәнғәт – ағартыу техникумына уҡырға инә һәм ғүмере буйы ошо һайлаған һөнәренә тоғро ҡал.

Ул Темәс ауылы мәҙәниәт клубында эшләгәндә ауылдың мәҙәниәте район , республика ,ил кимәлендә ҙур, сағыу эштәр эшләнә һәм хәҙерҙә ауылдаштары тарафынан иҫкә алына.

Ошо ваҡытта Саньяров Ришат етәкселегендә данлыҡлы «Йондоҙ» бейеү ансамбле , «Гармония» вокаль- инструменталь ансамбле,ҡурайсылар,ҡумыҙсылар ансамблдәре, үҙешмәкәр театр түңәрәктәре ойошторола.

Темәс мәҙәниәте Ришат Саньяров етәкселегендә, сәнғәте даны район , республика кимәлендә лайыҡлы урын ала. Шундай ҙур эштәр эшләнә Темәс ауылы мәҙәниәт өлкәһендә һәм хөкүмәт тарафынан « Почет билдәһе» ордены менән наградлана.

Ул 1971 й. – 1972 йылдарҙа «Һәүәнәк» совхозында эшләй.
Тәүге көндәрҙән үк йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, бер генә концерт та уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Шаулап – гөрләп үткән байрам концерттарында ул үҙен оҫта баянсы, бейеүсе итеп таныта. Етәкселәр йәш белгестең ойоштороу һәләтен күреп, Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда директор итеп ҡуялар.

«Йондоҙ» бейеү ансамбленә яңы бейеүҙәр һала: “Урал аша”, “Ҡурай”, “һунарсылар Бейеүе”, “Бояр Ҡыҙы”, “Ҡайтыу”. Үҙе инде
«Байыҡ», «Йәшлек», «Кәкүк», «Оҙатыу», «Өс туған», «Перовский», «Һунарсы егет» һ. б. бейеүҙәрҙе оҫта итеп башҡара һәм бик күп конкрустарҙа лаурэант һәм еңеүсе булып таныла.

1982-1987 йылдарҙа Темәс
«Йондоҙ» бейеү ансамбле Украинала Знаменск ҡалаһында бейеү ансамбле фестивалдәрендә ҡатнашып лаурэант , Коммунистәр партияһы почет грамотаһы менән бүләкләнә һәм еңеүсе булып ҡайталар.

Анапе ,Киев,Волгоград ҡалаһында уҙған бөтә рәсәй донъя халыҡтары бейеүҙәре конкурстарында ҡатнашып “Йондоҙ” ансамбле 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Ул эшләгән осорҙа «Һәүәнәк» совхозының үҙешмәкәр сәнғәт артистары район һәм республикала алдынғылар рәтенә сығалар һәм бик күп конкрустар еңеүселәре булып танылалар.
1993 йылда Йондоҙ: бейеү ансамбленә “халыҡ”исеме бирелә.

Ришат ағай һәр ваҡыт халыҡ менән дуҫтары менән булды . Тормоштоң ауыр мәлдәрендә гел халыҡҡа ,дуҫтарына таянды.. Бөгөнгә көндә Ришат Әхмәтзәкир улының аранан китеүенә 25 йыл тулды. 2000 йылдың 3 ғинуарында меңәрләгән тамашасыһын хәсрәткә һалып 47 йәшендә генә яҡты донья менән хушлашты ул.Ләкин бөгөндә халыҡ уны һағына ,иҫләй .

Ришат Әхмәтзәкир улына гүзәл йәшлек йылдарында 1973 йылда үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен осратып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү бәхете тейә. Иңгә-иң терәшеп, көйөнөстәрҙән, һөйөнөстәрҙән туҡылған ғүмер йомғағын бергә һүтеп Земфира Әхмәзиә ҡыҙы менән ике малай үҫтерҙеләр,уҡыттылар һәм оло тормош юлына сығарҙылар.ике ейән,бер ейәнсәре,өс бүләсәһе бар.

Бөгөнгө көндә малайзары икеһелә атаһына оҡшап сәнғәтте яраталар , йырҙар ижад итәләр ,халыҡты үҙҙәренең матур йырҙары менән ҡыуандыралар.

Бөгөн Ришат Әхмәтзәкир улының иҫтәлегендә яҡташтары, бергә эшләгән иптәштәре, туғандары , һағынып иҫләйҙәр икән, тимәк уның ғүмере лә дауам итә тигән һүҙ.