“Ҡыҙҙың бирнә һандығы”
Темәс ауылы ағинәйҙәре “Ҡыҙға бирнә һандығы ” әҙерләү йолаһын күрһәттеләр. Башҡорт халҡында бирнә әҙерләү һәм уны килен һандығы менән ҡәйнә йортона оҙатыу йолаһы бар. Был күркәм ғәҙәт бөгөн дә дауам итә. Әммә, заман шарттары үҙгәреү менән, ғөрөфтәр ҙә үҙгәрә.
Һандыҡ эсенә ғәҙәттә тормош башлап китеү кәрәк-ярағы (ҡыҙ бирнәһе) һалына. Ә ҡәйнә йорто өсөн: түрбашҡа -ҡорған,табынға – ҡашығаяҡ, өҫтәлгә -ашъяулыҡ бирелгән.