logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

“Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана”

 Темәс ауыл модель китапханаһында ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған“Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана” исемле сара үтте.Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын – ҡыҙҙары , апайҙар ,ағинәйҙәр йыйылдыТарихи мәҙни үҙәгенең мөдире Ильяс Әсҡәт улы Ишбулатов һәм Мәҙәниәт йорто директоры Фәйзуллин Камил Раил улы байрамға йәм өҫтәп моңло матур йырҙарын бүләк иттеләр.Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ” Китаптарҙа ҡатын – ҡыҙ яҙмышы ” исемле,Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның “Мәрхәмәтле булһын яҙмыш” , “Хыялға илтер һуҡмаҡ” Р.Уразғоловтың ,Х. Тапаковтың , Г.Гиззатуллинаның китаптарындағы геройҙары аша ҡатын- ҡыҙ яҙмыштары тураһында төрлө һорауҙарға яуаптар биреп , үҙ фекерҙәре еткерҙеләр.Ағинәйҙәр ҡорама буй юрғандарынан күргәҙмәләр эшләнеләр.Байрам йыр,бейеүҙәр менән тамамланды.