logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Тирбәлгәндә күңлем моңдары

  • 21 март Темәс ауыл модель  китапханаһында Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған “Тирбәлгәндә күңелем моңдары” тип исемләнгән кисә үтте.

Кешеләрҙең күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис  ҡасан да һүрелмәй. Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ бирә беҙгә шиғриәт минуттары.  

Бишенсе синыф уҡыусыларына, ҡәләм тирбәтеүсе ауылдаштарыбыҙ Котлоғәләмова Гөлнара Кәрим кызы,Самарваева Вәсилә Бирғәле кызы,Бикташева Рәзинә Зәйнетдин ҡыҙы менән осрашыу кисәһе үтте.

Улар үҙҙәре ижад иткән һәм күңелдәренә хуш килгән  шиғырҙарын уҡынылар,ижад емештәре хисле йөрәге, нескә һәм бай күңел аша үтеп , беҙҙе-уҡыусыларҙы, уйланырға, тетрәнергә мәжбүр итте,  рухты күтәреп, йәшәүгә көс, дәрт, илһам өҫтәне.

Күңелдәрендә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен,шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.Беҙҙә ошондай матурлыҡҡа,әҙәбиәткә  ғашиҡ кешеләр менән осрашыуҙар үтеүенә бик шатбыҙ.