logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Талҡан эшләү серҙәре”

Темәс ауыл модель китапханаһында ” Талҡан эшләү серҙәре ” исемле оҫталыҡ дәресен ағинәй Гарифуллина Яңылбикә апай курһәтте.Бөгөн сауҙа кәштәләрендә боронғо ысул менән етештерелгән талҡанды йыш осратырға мөмкин. Уны яһаусылар ҙа бихисап, тәме лә төрлөсә. Әммә милли ризыҡты тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, уны ағас ,таш тирмәндә тартып әҙерләнгән талҡандың тәме лә, шифаһы ла башҡаса. Шуныһы ҡыуаныслы: боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, талҡан эшләүселәрҙе арабыҙҙа осратырға мөмкин әле. Шундай оҫталарҙың береһе – Яңылбикә Сәлих ҡыҙы Гарифуллина.

Талҡан – туҡлыҡлы, көс биргән, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған милли ризыҡ. Элек ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә алыҫ походтарға алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡалыҡ ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән.

Ысынлап та, үҙенсәлекле аҙыҡтың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки шыттырылған бойҙайҙың туҡлыҡлы матдәләренең бөтә запасы 90 процентҡа ҡулланыуға яраҡлыға әйләнә: аҡһымдар – аминокислотаға, крахмал – глюкозаға, шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырығандар өсөн ул икеләтә файҙалы.

Яңылбикә апай был татлы ризыҡтың бойҙай бөртөгөнән алып әҙер булғанға тиклем нисек әҙерләнеүе хаҡында шул тиклем ихлас һөйләне балаларға.

– Тәүҙә бойҙайҙы таҙартабыҙ, йәғни уны елгәреп алабыҙ. Бының өсөн урам уртаһына ҙур ашъяулыҡ түшәп, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен иҫәпкә алып, һауытҡа ҡойолған аш­лыҡты әкренләп елгәрәбеҙ. Былай иткәндә, төшөмө булмаған бойҙай ситкә оса, яҡшылары ашъяу­лыҡ­та ҡала. Артабан уны тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ. .
Әҙер бойҙайҙы тир­мәндә тартаһың, ярҙамсың булһа, бигерәк уңайлы. Тарт­тырылған он кеүек массаны табаҡҡа һалабыҙ. Самалап аҡ май иретәбеҙ, әҙерәк һыу, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Артабан иретелгән май өҫтөнә самалап тарттырылған массаны һалабыҙ, бер аҙ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Берегергә тейештәр, ҡул менән эшләргә лә була. Шунан үҙебеҙгә кәрәк ҙурлыҡта йомарлап, батмусҡа теҙәбеҙ. Талҡаны тәмле булды балалар менән тәмләп ашаныҡ.