Рами Ғариповтың тыуыуына 90 йыл
Темәс урта мәктәбендә ауыл,мәктәп китапханасылары һәм тарихи- мәҙәни үҙәк менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуы айҡанлы уның ижады буйынса “Шиғырҙары – халыҡ телендә” исемле шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте.
Балалар башҡорт халҡының бөйөк шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы, ижады менән танышты, шиғырҙарын тасүири һөйләүҙә көстәрен һынаны, сәхнәлә сығыш яһау оҫталыҡтарын арттырҙы. Бәйге көсөргәнешле барҙы.
Шағирҙың ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында күренекле шағирҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, исемен мәңгеләштереү маҡсатын күҙ уңында тото.
Рәми Ғариповтың йырлы ижадын тәрәндән өйрәнеп, бәйгелә бар күңелдәрен биреп ҡатнашҡан бөтә конкурсанттарға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Мәктәп уҡыусылары, йәштәрҙең генә түгел, бигерәк тә оло быуын вәкилдәренең дә әүҙемлек күрһәтеүе, ир-егеттәрҙең дә ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Ә еңеүселәрҙе тағы бер тапҡыр ихлас ҡотлайбыҙ!