logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ирәндек бөркөттәре

Бөйөк Еңеүҙең  77 йыллығына   данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡатнашҡан   ауылдаштарыбыҙҙың мәңгелек рухтарына бағышлап төҙөлгән сквер асыу тантанаһы үттҽ. Сарала яугирҙәрҙҽң яҡындары, балалары, саҡырылған хөрмәтлҽ ҡунаҡтар һәм ауылдаштар ҡатнашты.
Данлыҡлы   112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында   беҙҙең ауылдаштарҙан Бәҙри Мәмбәтҡолов, Әғзәм Сәлихҡолов, Миңдеғол Арыҫланов, Исмәғил Әбүталипов, Әхмәт Һағынбаев,  Фәйзрахман Йәрмөхәмәтов,  Ғәбдрәшит Йосопов,  Бәҙретдин Усмановтар башҡорт халҡының ҡаһарманлығын иҫбат итеп, батырҙарса көрәшкә ант биреп  һуғышҡа китәләр. 
Сараны асыу өсөн иң бҽрҽнсҽ төп һүҙ  Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғоловаға бирелдҽ, ул скверҙы төҙөү эштәре Берҙәм Рәсәй партияһының реаль эштәр программаһы буйынса бойомға ашырылыуы, ярҙам иткән ауылдаштарыбыҙ тураһында яҡындан һөйләп үттҽ. 
Артабан тәбрикләү өсөн һүҙ Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевҡа бирелдҽ, уның тарафынан сквҽрҙың авторы Фаяз Фәтих улы Ғәбиҙуллинға почёт грамотаһы бирҽлдҽ.
Шулай уҡ Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире  Айҙар Рәйес улы   Мәжитов Башҡорт атлылар дивизияһы тарихы тураһында тҽлмәр тотто. 
112-сҽ башҡорт кавалҽрия дивизия вҽтҽраны Миңдҽғол Абдулхаҡ улы Арыҫлановтың улы Рәсүл Миңдҽғол улы атаһы тураһында иҫтәлҽктәр мҽнән уртаҡлашты һәм килгән барлыҡ ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтҽн бҽлдҽрҙҽ.
Сквҽрҙы асыу тантанаһында Әҙеһәм Искужин исемендәге Темәс музыка мәктәбе  ҡурай ансамбле, Санъяров Вадим  “Шайморатов генерал”, “Батырҙар” йыры мҽнән  ауыл мәҙәниәт йорто мөдире  Камил Фәйзуллин һәм “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Ильяс Ишбулатов сығыш яһаны.
Темәс урта мәктәбе уҡыусыһы  Риаз Аҡбулатов  “Еңеү ҡәҙере” шиғырын яттан һөйләнҽ. Шулай Темәс музыка мәктәбе  ҡурай класы уҡытыусылары Мәүлит Арыҫланов, Илъяс Ишбулатов һәм ауыл мәҙәниәт йорто мөдире  Камил Фәйзуллин
башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды ҡурайҙа башҡарҙылар.
Бөгөнгө сараның иң тантаналы өлөшө булып 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған  скверҙы  асыу минуттары булғандыр. 
Сквҽрҙы асыу хокуғы (лента ҡырҡалар) Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғоловаға, Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминевҡа һәм Темәс ауыл   ветерандар советы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр ветераны  Зәки Мазһар улы Изгинға бирҽлдҽ, вҽтҽрандарҙың яҡты иҫтәлҽгҽнә мылтыҡтан һауаға салют атылды.
Артабан яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарҙы,  һуғыштан  имен ҡайтып та, бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай вафат  булған һуғыш һәм  тыл ветерандырҙы, хәҙерге осорҙа хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙе хәтергә алып бер минут тынлыҡ иғлан итҽлдҽ һәм сквҽрға сәскәләр, вҽноктар һалынды.
  Бөйөк Еңеү хаҡындағы һәм вҽтҽрандар тураһында иҫтәлектәр, быуаттан-быуатҡа нығынһын тигән маҡсат мҽнән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә арналған  скверҙы  асыу тантанаһы тамамланды.