logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

Буҙа эшләү серҙәре

Ишбаева Лилиә Мансур ҡыҙы ” Йәйғор ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе балаларға һәм тәрбиәселәргә “Буҙа эшләү серҙәре” исемле оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Буҙа эшләү серҙәре менән бүлешеп, уның тарихы, шифаһы тураһында бәйән итте.Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау.Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылда буҙа ҡойоу серҙәрен күптәр өрәнеп алды. Лилиә Мансур ҡыҙына бик ҙур рәхмәт!!!