Берҙәмлектә көс
Темәс ауыл модель китапханаһында Берҙәмлек көнөнә арналған “Берҙәмлектә көс”исемле, “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрелде. Милли-мәҙәни традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм халыҡ араһында пропагандалау, йәмғиәттә һәм ғаиләлә берҙәмлекте нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған уйында ағинәйҙәр “Тыныслыҡ” һигеҙенсе синыф ҡыҙҙары “Татыулыҡ” командалары ҡатнашты.
Командалар был сараға бик әүҙем, яуаплы ҡаранылар, ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Һорауҙарҙа район тарихы, халҡыбыҙҙың йолалары, аш-һыуы, мәҙәниәте, теле, рухиәте менән бәйле булды.
“Алтын тирмә” уйыны ике команданың йырлы-моңло тамашаһы Гөлнара Кәрим ҡыҙының үҙе ижад иткән,яҡташ яҙыусыларҙың шиғырҙарын һөйләү менән аралашып барҙы, уларҙың сығыштары барыһын да хайран ҡалдырҙы. Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән сара барыһына ла фәһемле лә, файҙалы ла үтте.




