“Берҙәмлектә — көс”
Берҙәмлектә — көс!
Темәс ауылында Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ғаилә йылына бағышланған үҙешмәкәр сәнғәт смотры үтте.
Был байрам беҙҙең күп милләтле районыбыҙҙың дуҫлығын, берҙәмлеген һәм һәр ғаиләнең ныҡлығын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Сәхнәлә төрлө халыҡтарҙың моңо үрелеп, бер ҙур татыу ғаилә булып йыйылдыҡ.
«Беҙ бергә — бөтөн бер ил, беҙ бергә — берҙәм Рәсәй!» — ошо һүҙҙәр һәр сығыштың нигеҙе булды. Традицияларыбыҙҙы һаҡлаған, сәнғәткә тоғро ҡалған һәр уҡыусыға һәм артисҡа рәхмәт белдерәбеҙ!


