logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Берҙәмлектә- көс”

14 ноябрь Темәс күп фунҡциялы ауыл мәҙәниәт йортонда ҙур осрашыу уткәрелде. Унда махсус хәрби операция яугирҙары ҡатнашты. “Шаман” ҡушаматлы яҡташыбыҙ дөйөм мобилизацияның тәүге тулҡынына эләгә һәм яу яланында 4-се йыл хеҙмәт итеүен дауам итә. Ул өлгөлө ғәилә башлығы, 2 бала атаһы, әлеге мәлдә тыуған ауылына, яҡындары янына ялға ҡайтҡан.

Шулай уҡ осрашыуҙа яраланып демобилизацияланған Юсупов А. ҡатнашты. Был яугирыбыҙ яу яланының алғы һыҙығында күргәндәрен, үлем менән көрәшеүен беҙ алдағы осрашыуҙарҙа ишетеп күҙ йәштәрһеҙ тыңлай алмағайныҡ. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән йәш яугир яуҙа физик көс, рух ныҡлығы һәм сыҙамлыҡтың мөһимлеге тураһында әйтте.

Осрашыу “Һаҡлаусы фәрештә” фолонтерҙар ойошмоһының Темәс бүлексәһенең ҙур ҡатнашлығында ойошторолда. Сарала ауыл-хакимиәте башлығы Байрамғолова А.Ғ., ауыл депутаты Йосопова Ф.А. ҡатнашты. Шулай уҡ мәктәп нигеҙендә масксеткалар үреүҙе ойошторған Сейсембина М.С. уҡыусылар менән килгәйне. Мәҙинә Самигулловна тормош иптәше Айҙар менән махсус хәрби операция егеттәренә даими ярҙам итеп торалар, сеткалар үреү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡты үҙәре эшләп, волонтерҙарҙың эшен еңелләштерәләр. Ә инде милли кейемдә килгән ағинәйҙәребеҙ һый-хәрмәткә бай самауырлы сәй өҫтәле әҙерләне.

Махсус ҡунаҡтарыбыҙ- Баймаҡ ҡалаһына ҡараған волонтер ойошмаһының әүҙем ағзалары. Көнһылыу Әҙәһәм ҡыҙы балаларға аңлайышлы итеп тарихи факттар, волонтерҙар ойошмаһының функцияһы тураһында һөйләне, яҡты маҡсаттар ҡуйып матур йәшәүгә өндәне. Миңзәлә Ямантаева (Мерәҫ ауылы) – 3 малай әсәһе, кесе улының махсус хәрби операциянан яраланып аяҡтарһыҙ демобилизацияланыуын, әлеге көндә иҫән, әммә тәнендә 30 ярсыҡ йөрөтөүен һөйләне. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (Тубә ауылы), Альмира Әбдрәшитова, Зөлфиә Зәйнулла ҡыҙы, Таңһылыу Әхтәм ҡыҙы, Миңһылыу Ҡужәхмәт ҡыҙы егеттәребеҙгә изге теләктәрен еткерҙеләр. Уларҙың һәр береһенең ғаиләһенә һуғыш шауҡымы ҡағылған. Ошондай заманда өйҙә хаҡлы ялда тик ултырыу килешмәҫ тип, йән тартыуы менән волонтерлыҡ ағымына ҡушылыуҙарын әйттеләр.

 

Ошондай осрашыуҙар ошо беҙ үҫеп килгән быуынды тәрбиәләйбеҙ, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау ҡалыуға булышлыҡ итәбеҙ, яугир егеттәребеҙҙе мәҙәниәт, йәнле аралашыу аша реабилитациялауға, тыныс тормошҡа өйрәнеп китеүгә бәләкәй генә булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Тыл геройҙора менән яу геройҙары араһында күпер һалабыҙ, “Берҙәмлектә- көс” тип юҡҡа ғына әйтмәгән тәрән аҡыллы халҡым. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ.