logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Берҙәмлек — мәңге һаҡлар хазина»

Темәс  тарихи-мәҙәни үҙәк менән берлектә  Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә — арналған «Берҙәмлек — мәңге һаҡлар хазина» исемле сара үткәрелде.

Сараға махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы (демобилизацияланған) Айҙар  Азат улы Ғафаров һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Фирғәт Нурмөхәмәтов ҡатнашты. Улар махсус хәрби операцияла турында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты һәм яҡташтарға йылы һүҙҙәр еткерҙеләр.

Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Марат Юлай улы Әүәлбаев үҙ сығышында  дуҫлыҡ менән көслө булыуыбыҙ тураһындағы, башҡа милләттәрҙе хөрмәт итеү һәм берҙәм йәшәүҙең мөһимлеген тураһында һөйләп үтте.

Ҡотлауҙар һәм милләттәр берҙәмлеге, дуҫлығы тураһында Фәнүзә Әбдрәхмән ҡыҙы. Йосопова, Гүзәл Марат ҡыҙы, Виситаева, Наталья Горюнова сығыш яһанылар.

Кисәне музыкаль яҡтан биҙәүсе бихисап ижади  конкурстар еңеүсеһе  Фәрит Әбүзәр улы Йосопов  Башҡорт халыҡ йырын «Азамат» йырын башҡарып, бөтә ҡунаҡтарҙың күңелен яуланы.

Сарала шулай уҡ: «Йәйғор» балалар баҡсаһы коллективы ( етәксеһе  Вәсиля Ришат ҡыҙы  Вәлиуллина )«Темәс — изгелек» штабы волонтёрҙары («Һаҡсы фәрештә»).Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалы Әхтәм Әкрәм улы  Исҡужин ҡатнаштылар.Сарала ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы викториналар һәм конкурстар үткәрелде.

Хөрмәтле ауылдаштар,дуҫтар!

Һеҙҙе 4 ноябрь – ҙур дәүләт байрамы менән ҡотлайбыҙ!

Был көндәр  тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Бөгөн беҙ бихисап халыҡтарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе берләштергән уникаль мираҫы булған илдә йәшәйбеҙ.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең берләшеүе, бер үк тарих, бер үк ер, бер үк Ватан кешеләре булыуыбыҙҙы тойоу һәм ғорурланыу, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе бойомға ашырыу өсөн тағы ла бер сәбәп ул.
Был көндә яҡындарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ, беҙҙе уратып алған кешеләргә изгелек, шатлыҡ өләшәйек, улар тураһында хәстәрлек күрәйек! Алдағы көндәрҙә лә тыныслыҡта һәм именлектә йәшәргә яҙһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшегеҙҙә уңыштар һәм берҙәмлек теләйем!