logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

” Беҙ еңеүселәрҙең вариҫтары”

Яҙ, хеҙмәт һәм тыныслыҡ байрамы көнө 1 май- Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы велопробегҡа  Темәс ауылында  старт бирелде. Велопробег  Баймаҡ районы хакимиәте тарафынан ойошторолдо . Велосипедсылар 600 саҡрымдан ашыу юл үтергә һәм 8 майҙа Өфө ҡалаһында Дуҫлыҡ Монументы янында маршрутын тамамларға тейеш. Велопробегтың  маҡсаты – ул  халҡыбыҙҙың  Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе хөрмәтенә ойошторола,киләсәк быуынға тағы бер тапҡыр илебеҙ халҡының батырлыҡтары тураһында еткереү, данлау . Баймаҡ районының  бындай саралар тәжрибәһе бар. 2015 йылда Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә саңғы марафоны ойошторолғайны

Ошо  велопробег уңайынан Темәс ауылы хакимиәте, шулай уҡ Темәс ауылы хеҙмәт коллективтары  тарафынан” Беҙ еңеүселәрҙең вариҫтары”сараһы ойошторолдо.

Был көндө  ауылдың үҙәк майҙанына малайҙар һәм ҡыҙҙар,ата-әсәләр,уҡыусы,уҡытыусылар велосипедтарҙа үҙҙәренең «тимер аттары» менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына  арналған «Беҙ — еңеүселәрҙең вариҫтары»  сараһына ҡатнашыу һәм Өфө ҡалаһына ҡуҙғалған  егеттәрҙе оҙатыу өсөн йыйылдылар.

“Беҙ еңеүселәрҙең вариҫтары” патриотик акцияһы сиктәрендә ойошторолған велопробегта ҡатнашыусыларға хәйерле юл теләп   ауыл биләмәһе башлығы А. Г. Байрамғолова , ауыл биләмәһе депутаты Ф. А. Йосопова,шулай уҡ Темәс ауылының тарихи – мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Марат Юлай улы Әүәлбаев сығыш яһанылар.

“Бөгөнгө сарала  шул тиклем күп йәш  патриоттарҙы күреү бик ҡыуаныслы. Бындай саралар үҫеп килеүсе быуын өсөн бик мөһим, сөнки алда Бөйөк ваҡиға — Еңеүҙең 80 йыллығы. Үҙ ғүмерҙәрен аямайынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы  иҫтә тотоу — беҙҙең изге бурысыбыҙ. Мин бөтә ҡатнашыусыларға ла дистанцияны уңышлы үтергә һәм финишҡа яҡшы кәйеф менән барып етергә теләйем”, – тине Марат Юлай улы Әүәлбаев

Ошондай сараларҙа  малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре ни тиклем рухлы һәм яҡты булыуы ҡыуандыра. Бындай мәлдәр оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала һәм тап шуның өсөн дә ошондай  патриотик велопробегтар үткәреләлә инде. Бөгөнгө сара ауылдаштарыбыҙҙың аңын  алыҫ һуғыш ваҡиғаларына алып ҡайтты һәм киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән кешеләргә хөрмәт уятты. Сарала ҡатнашыусылар   Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ҙур ваҡиға икәнен тағы берҙе иҫенә төшөрҙөләр һәм киләсәктә халҡыбыҙҙың лайыҡлы   вариҫтары булып үҫергә һүҙ бирҙеләр.

Ееттәргә хәйерле юлдар теләйбеҙ!