”БЕҘ БЕРГӘ”
Темәс ауылының китапханасыһы Әүәлбаева Миңзәлә,клуб мөдире Айгөл Урмантаева,тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы Эльза Ғөбәйҙуллина,ирекмән Айгөл Иштакбаева һәм “Арғымаҡ ” кафеһының ашнаҡсыһы Рузиә Әбсәләмовалар менән изге эш эшләнек.
Беҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә былау,бауырһаҡты күңел йылыһын һалып бешерҙек һәм”БЕҘ БЕРГӘ” ирекмәндәр ойошмаһына тапшырҙыҡ.Һөҙөмтәлә ул тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ биш ҡумтаға саҡ һыйҙы. Ә бына былау – 100 пакет килеп сыҡты!
Афарин ҡыҙҙар!



