Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһыҒарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән осрашыу кисәһе.
Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда күренекле әҙибә, ил инәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күк Ирәндеккә һыйынып ултырған Күсей ауылының шифалы һауаһын һулап, кешеләренән, хозур тәбиғәтенән көс-дәрт алған хөрмәтле яҡташыбыҙ Ғарипова Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән осрашыу кисәһе үткәрелде.
Осрашыуҙа Баймаҡ биләмә-ара үҙәк район китапханаһы директоры Сабирова Гөлназ Әкрәм ҡыҙы,китапханаһының баш библиографы ,”Йәнгүҙәй “берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы, китапхананың хоҡуҡи мәғлүмәт һәм маркетинг бүлеге белгесе Ғумерова Гөлназ Кәбир ҡыҙы һәм әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ ҡатнашты.
Яратҡан яҙыусыбыҙ Таңсулпан Ғәрипова, булмышы менән ижадсы – башҡорт әҙәбиәтенә тостарҙан да тос өлөш индергән әҙибә ул. Уның ижадының “төрки әҙәбиәтендә пенталогия яҙған берҙән-бер әҙибә” тигән юғары баһа алыуы – беҙҙең өсөн дә тиңһеҙ ғорурлыҡ булып тора.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының ижад иткән әҫәрҙәре әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә үтеп инде. Айырыуса “Бөйрәкәй” пенталогияһын халыҡ яратып ҡабул итте, күләмле әҫәр әҙәбиәт һөйөүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Яҙыусының ижад үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тора. Һәр әҫәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың бөтә асылын, уның эске донъяһын, матурлығын нескә тойомлап тасуирлай. Уларҙың яҙмышы аша ил тарихын, меңәрләгән яҙмыштар тарихын һынландыра.
Кисәбеҙҙә Вәсилә Бирғәле ҡыҙы Саварбаева “Бөйрәкәй”романының башланып киткән йырын һәм өҙөк һөйләп тамашасылар ҙы хайран ҡалдырҙы.
Таңсулпан апайҙың ижады ,ғаиләһе менән ҡыҙыҡан тамашасылар төрлө һорауҙарға яуаптар алдылар. Кисә йыр- бейеү менән үрелеп барҙы. Хөрмәт иткән әҙибәнең үҙе менән аралашып, ҡултамғаһы менән китаптар һатып алыу мөмкинлеге лә булды.
Хөрмәтле яҡташыбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ ,һәр атҡан таңдың ҡыуаныстар алып килеүен ,шатлыҡлы ғүмер кисереүен , ижад емештәрегеҙ һәр ваҡытта кешеләргә ҡыуаныстар килтерһен. Гүзәл әҫәрҙәрегеҙ һымаҡ уҡ үҙегеҙҙең тормошоғоҙ ҙа һәр саҡ гүзәл булһын теләйбеҙ.

