logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Башҡортостан флагы”

25 февраль Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө.

Шул уңайҙан Темәс урта мәктәбенең 7“а” класы уҡыусыларына(уҡытыусыһы Низамова Лилиә Морат ҡыҙы ) “Башҡортостан флагы”исемле квест уйыны үткәрелде.
Уҡыусылар “Батырҙар” һәм “Етеҙҙәр” исемле ике командаға бүленеп , төрлө һорауҙарға яуаптар биреп көс һынашты.
Уйын ваҡытында командалар республика флагының барлыҡҡа килеү тарихы, төҫтәренең мәғәнәһе ,герб, гимн , флаг авторҙары һәм башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һорауҙарға яуаптар биреп ярыштылар.
Ҡыҙыу уйында «Етеҙҙәр» командаһы – 15 тәңкә, «Батырҙар» командаһы — 12 тәңкә йыйҙылар. Шулай итеп, уйын «Етеҙҙәр» командаһының еңеүе менән тамамланды.