” Ауылым тарихы,халҡым тарихы “
Тарихсы – тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең докладтары ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.
1. Әүәлбаев Марат Юлай улы,Темәс тарихи- мәҙәни үҙәге етәксеһе.”Әмин ауылы тарихына ҡағылышлы халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған легендалар,Әмин батыр тураһында уйланыуҙар.”
2.Бикметов Ирек Ниғәмәт улы ,тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе,ауыл хужалығы фәндәре кандидаты,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре,колхозниктәрҙең 4 – бөтә Союз сьезы делегаты,1-4-5 Бөтә донья башҡорт ҡоролтайы делегаты. “100 башы Исмәғил Айытҡолов, Әмин батырҙың көрәштәше”
3.Исрафилов Фрунзе Һиҙиәт улы,тарихсы- тыуған яҡты өйрәнеүсе,Рәсәй федерацияһы мәғәриф алдынғыһы,Баймаҡҡа фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн таныҡлығы ағзаһы.”Сураш батыр Әмин батырҙың кустыһы,көрәштәше”
4. Йосопов Фәрит Әбүзәр улы,” Йосоповтар шәжәреһендә Әмин,Сураш батыр эҙҙәре”
5. Мажитов Айҙар Рәис улы, Темәс музейы директоры “Әмин батыр образы халыҡ хәтерендә”
6.Үтәбаев Фәйзулла Сәйтәхмәт улы,тарихсы- тыуған яҡты өйрәнеүсе” Әмин ауылы янындағы таштар,уларҙың баһаһы.
9.Әүәлбаев Рәжәп Оморҙаҡ улы ” Иҫәнтур ” туристик йәмғиәте етәксеһе ” Тарихи легендалар нигеҙендә туристик сәйәхәт, һуҡмаҡтар булдырыу.”
“Тарихи хәтерҙе һаҡлау – ул беҙҙең дөйөм яуаплылыҡ. Беҙ киләсәк быуындарға ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы тураһында бер ҡасан да онотмаҫ өсөн, был ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында дөрөҫ шаһитлыҡ бирергә тейешбеҙ.
Тарихи конференцияла Әмин батыр,Сураш батыр һәм башҡа батырҙар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр әйтелде, уларҙың данлы эштәрен киләһе быуындарға еткереү ,мәңгеләштереү тураһында тәҡдимдәр әйтелде. Конференция тарихи шәхестәрҙе , уларҙың эштәрен өйрәнеү буйынса үҙ маҡсатына иреште тип тулыһынса әйтә алабыҙ. Конференцияла ҡатнашҡан делегаттар был сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм үтеүен,киләсәктә ошолай конференцияларҙың ойошторолоуын теләп таралыштылар.Сарала тарихи шәхестәрҙе өйрәнеү,уларҙың эштәрен киләсәк быуынға еткереү буйынса эштәр планы ҡабул ителде. Эйе,яҙмыш кешене нисек кенә һанамай. Башҡортостаныбыҙҙың аҫыл улдары араһында шулай аяныслы яҙмышлы шәхестәр аҙ түгел. Бөйөк шәхес – халҡыбыҙҙың аҫыл улы, Әмин Ҡульмурҙиндә бына шундай заттан .Тарихи конференция ҡарарҙар ҡабул итеү һәм актив тыуған – яҡты өйрәнеүсе тарихсыларҙы ҡотлауҙар менән тамамланды.

