“ Афғанистан –куңел һәм йөрәк яраһы”
15 февраль -Афган Республикаһынан совет ғәскәрҙәрен сығарған көн, мөһим ваҡиға ғына түгел, иҫкә алыу һәм ҡайғы көнө лә.
Темәс урта мәктәбенең 7 класс уҡыүсыларына“ Афғанистан –куңел һәм йөрәк яраһы” исемле китапхана үтте.
Элек-электән Ватанды һаҡлау бурысы – иң абруйлы, ихтирамға лайыҡлы һөнәрҙәрҙән һаналған. Беҙҙең республикабыҙ, районыбыҙ яугирҙары 1812, 1914, 1941 йылдарҙағы һуғыштарҙа хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән, күп батырлыҡтар күрһәткән, үҙ ғүмерҙәрен аямаған, ҡыҙғанмаған.
Был көн Рәсәйҙә үҙенсәлекле, тарихи дата, Хәтер көнө тип билдәләнә. Ысынлап та, һуңғы билдәһеҙ һалдаттың яҙмышы асыҡланмай тороп, һуғыш туҡталмаған тип һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илебеҙ буйынса бик күптәрҙең яҙмышы билдәһеҙ. Шуға ла эҙәрмәнлек эшен дауам итеү, һалдаттарҙың батырлығын киләһе быуындарға еткереү һәр кемдең изге бурысы.
1979 йылдың 27-се декабрендә Советтар Союзы хөкүмәте ҡарары нигеҙендә Афғанистан территорияһына сикләнгән күләмдә ғәскәр индерелде. Был һуғыш ун йыл дауам итте. Ҡәһәрле һуғыш күпме кешеләрҙең ғүмерен өҙҙө. Беҙҙең республиканан саҡырылған һалдат һәм офицерҙарҙың күбеһе яу ҡырында ятып ҡалды. Күп кенә һалдаттарыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды. Афған ваҡиғаларынан һуң ике тиҫтәнән артыҡ ваҡыт үтеп китте, төрлө үҙгәрештәр булды. Ләкин ун йыл дауам иткән һуғыш һөҙөмтәһендә һәләк булған, йәрәхәт, контузия, ауырыуҙарҙан үлгән, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың исемдәре бер ҡасан да хәтерҙән юйылмаҫ.
Бөгөн ошо Афганистан демократик республикаһында утты-һыуҙы кисеп ,әсеһен дә сөсөһөн дә татыған ул ваҡыттағы 18-20 генә йәшлек егеттәр ҡатнаша. Улар шомло Афган тауҙарында көнө-төнө поста торған, окоп саңдарын йотоп, эргәләрендә генә дуҫтары-хеҙмәттәштәренең үлемен күреп,төндәр йоҡламай һаташҡан кешеләр.Был хаҡта йәшләй генә ағарған сәстәре лә иҫбатлай
Афганистан ерендәге хәрби хәрәкәттәрҙә Башҡортостандан- 10 меңгә яҡын егет, Баймаҡ районынан 140-ан ашыу, Темәс ауылынан- 12 егет ҡатнаштылар.
Темәс ауылының тыуған ил алдында хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан, афган һуғышы ветерандарына слайд күрһәтелде.
Йылдар буйы барған һуғышта күпме ҡан-йәш түгелде, сәскәләй ғүмерҙәр өҙөлдө. Шулай ҙа һынатманылар беҙҙең егеттәр. Уларҙың һәр береһе ниндәй генә ҡыйын хәлгә ҡалһалар ҙа, кешелек сифаттарын юғалтмай, намыҫтарына хыянат итмәй, утты-һыуҙы кисеп тыуған илебеҙгә әйләнеп ҡайттылар.

