logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

«Ағинәйҙәр йыйыны Темәстә »

Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәр йыйыны үтте .
Баймаҡ районы Темәс, Билал,Өмөтбай,Күгиҙел,Таһир,Һәмән,Ниғәмәт,Тубәнге Яйыҡбай,2-се Этҡол ауылының «Ағинәйҙәр » йәмәғәт ойошмаһы рәйестәре,Өфө ҡалаһынан абруйлы ҡунағыбыҙ халҡыбыҙҙың милли асылын, мәҙәни мираҫын, рухи үҫешен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған – Журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре Башҡортостан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева,“Баймаҡ ағиенәйҙәр ҡоро етәксеһе Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Монасипова , ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғумәр ҡыҙы Байрамғолова , Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе, район гәзитенең корреспонденты Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин һәм ауылдаштар, ҡатнаштылар.Темәс ағинәйҙәре “Ҡыҙ балаға бирнә әҙерләү”,”Арпа имләү” “Милле кейемгә мәдхиә “кеүек күркәм йолалар күрһәтелде, балаҫ һуғыу станогында эшләүселәр өсөн “Еп оҙатыу” оҫталыҡ дәресе, “Ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ” эшләү ысулы тәҡдим ителде. Темәс ауылы ағинәйҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләнде.

Сарала ауыл хәкимиәте башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы ,ауыл депутаты Йосопова Фәнузә Әбдрәхмән ҡыҙы Темәс зонаһы ағинәйҙәренә Маҡтау Ҡағыҙын тапшырҙылар .

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева., Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәтмәтшин, Баймаҡ районы “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Гүзәл Монасипова,тарихи мәҙәни үҙәктең баш белгесе Марат Юлай улы сығыш яһанылар.Улар ошондай йәмәғәт ойошмаларының әһәмиәте, эше, ауыл тормошондағы урына, тәрбиәүи маҡсаттары тураһында һөйләне.

Ағинәй ойошмалары рәйестәренең үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән таныштырыуы , МХО яугирҙәренә нисек итеп ярҙам итеүҙәре тураһында сығыштары файҙалы булды . Сараға сценарийҙы китапханасы Миңзәлә Рәсүл ҡыҙы төҙөгән һәм йыйынды бик йәнле итеп алып барҙы . Һәр кем аралашыуҙан күңеле булып , тәжрибәһен байытып ҡайтты .

Афарин , Темәстәр! Ағинәйҙәрҙең дуҫлыҡ күпере нығыһын ! Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын , яугирҙәребеҙ имен – һау һәм теүәл үҙ ғаиләләренә ҡайтһындар.Балалар бәхетле булһын!!!