“112-се Башҡорт атлы кавалерияһы дивизияһының данлы юлдары”
✅ Темәс урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыларына“112-се Башҡорт атлы кавалерияһы дивизияһының данлы юлдары” исемле патриотик сәғәт үткәрелде.Уҡытыусылары Мусина Гөлзифа Кинйәбай ҡыҙы.
✅ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яуы. Дивизияның яугирҙары орден, миҙалдар менән бүләкләнеүе, Советтар Союзы Геройы исемен алыуы траһында мәғлүмәт бирелде.
✅ Немец фашистарына ҡаршы һуғыштарҙа үлемһеҙ дан ҡаҙанған , хеҙмәт иткән ауылдаш яугирҙәр тураһында булды һүҙебеҙ.Бәҙри Мәмбәтҡолов, Әғзәм Сәлихҡолов, Ғәбдрәшит Йосопов ,Миңдеғол Арыҫланов, Исмәғил Әбүталипов, Әхмәт Һағынбаев, Фәйзрахман Йәрмөхәмәтов, , Бәҙретдин Усмановтар башҡорт халҡының ҡаһарманлығын иҫбат итеп һуғышҡа ҡатнашыуҙары тураһында.
✅ Дәрестә уҡыусылар хәҙерге һәм 1941-1945 йылғы һуғыштың ваҡиғалары менән ҡыҙыҡһындылар.Төрлө һорауҙарға яуап алдылар.
✅ Тыуған еребеҙҙе дошмандарҙан азат иткән батыр яугирҙарҙың изге рухы халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡлана. Биргән анттарына тоғро ҡалып, намыҫтарына тап төшөрмәнеләр башҡорт һыбайлылары .Беҙ бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ.Беҙ тыныслыҡ яҡлы.