logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө”

1 июнь – халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип билдәләнә. Ошо күркәм байрам уңайынан Темәс балалары өсөн йыр-моңло, хас үҙебеҙсә милли калоритлы уйындар ойошторҙоҡ. Был юлы уйындар өсөн ауалыбыҙҙың өлгөлө йорттарының береһе – Яңылбикә һәм Сәфәрғәле Ғафаровтарҙың ҡапҡа алды һайланды. Баларға “Тирмәкәй”, тоҡ менән йүгереү, ат сабышы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ярышыу, һыу ташыу кеүек милли башҡорт уйындары тәҡдим ителде. Кескәйҙәр өсөн күңел асыуға еңелерәк, ә өлкән балаларға таҫыллыҡҡа ауырыраҡ уйындар ҙа ҡаралды. Клуб методисы Лилия һәм китапханасы Минзаля Расулевна, “Һаҡсы фәрештә” волонтер штабы активистары Гүзәл Марат ҡыҙы һәм Альмира Абрар ҡыҙы тәмле күстәнәстәр менән ҡыуандырҙы, ә өй хужабикәһе самауырлы сәй менән һыйланы. ” Һеҙ- беҙҙең киләсәгебеҙ. Бала-саҡтарығыҙ бәхетле, атай-әсәйле булһын! тырыш булығыҙ. Ил тыныслығы теләйем”,- тине Яңылбикә инәй балаларҙы байрам менән ҡотлап.