Башҡорт халҡының милле йолаһы “Ҡыҙ оҙатыу”
Темәс ауылында йәшәүсе Ғәлим һәм Дилбәр Хәсәновтарҙың ҡыҙҙары Гөлнәзирәне халҡыбыҙҙың милле туй йолаһы менән кейәү йорто Хайбулла районы Уфимка ауылынан Ильдар һәм Зәлифә Таулыҡаевтарҙың улы Мансурға кейәүгә оҙаттыҡ.. Ошо матур йоланы үткәреү өсөн Темәс китапханаһы янында төҙөлгән ағинәйҙәре саҡырылды.Улар йәштәргә изге теләктәрен, өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе, аҡ юл теләп, ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатып ҡалдыҡ.
Бәхетле булығыҙ, йәштәр! Аҡ юл һеҙгә!


