logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә”

Йыл һайын 30 октябрҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләп үтелә. Был көндә күптәр сәйәси золомдарҙан ҡаза күргән туғандарын, яҡындарын, милләттәштәрен һыҙланыу менән иҫкә ала.

Бөгөн беҙ, халҡыбыҙҙың ғәйепһеҙгә ҡорбан булған улдарын һәм ҡыҙҙарын иҫкә алырға “Золом ҡорбандары мәңге хәтерҙә” исемле түңәрәк түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үткәрелде.

Атай йылыһын тоймаған, татымаған, йыуа, ҡуҙғалаҡ, һарына һәм башҡа тамыр-томор ризыҡтарҙы хыялы итеп күргән аяныслы, фажиғәле йылдар ҡорбаны һәм шаһиты булған яҡташтарыбыҙ менэн таныштыҡ.

Был ғәрәсәттә- ҡәһәрле йылдарҙа илебеҙҙең бар зыялылары, иң аҫыл, иң белемле, иң үткер кешеләре – юғарынан түбәнгә тиклем етәкселәр, хәрбиҙәр, ғалимдар, яҙыусылар, ғөмүмән, төрлө һөнәр эйәләренең, бер ғәйепһеҙ, бер сәбәпһеҙ йәндәре ҡыйыла.

Һис һүҙһеҙ, утыҙ етенсе йыл фажиғәһен тыныс күңел менән ҡабул итеү мөмкин түгел. Тарихыбыҙҙағы был ҡара биттәр, ҡараңғы сәхифәләр бынан һуң бер ҡасан да ҡабатланмаһын, хәсрәт даръяһы ташламаһын ине.
Беҙгә бары ошо әсе һабаҡтың ҡабатланмауын теләйһе ҡала.
Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етенсе йыл
Онотма һис уны һин, кешем!
Был вәхшәтте тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар!