logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы, бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы”

21 октябрь Милли бейеү көнө .
Темәс музыка мәктәбенең бейеү класы ҡыҙҙарына( етәксеһе Искужина Илгизә Мөҙәрис ҡыҙы)
“Бейеүҙәрҙә – халҡым тарихы, бейеүҙәрҙә – халҡым яҙмышы” исемле дәрес үткәрелде.

Балаларыбыҙҙы бейеү сәнғәте аша милли рухта тәрбиәләү, йәштәребеҙҙең күңеленә ҡанат биреү, һәләтен, үҙ баһаһын үҫтереүгә ярҙам итеү, үҙҙәренә ышанысты арттырыу, башҡорт бейеүҙәре аша халҡыбыҙҙың асылы, тарихы менән таныштырыу, үҙебеҙҙең бейеү гә йөрөгән ҡыҙҙарҙың һәләтле йәштәр үҫтереү был сараның төп маҡсаты ине.

Сараға ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр бейеүсеһе Искужина Фәниә Нәил ҡыҙы саҡырылды.Ул ҡыҙҙарға бейеү кешене йәшәртә, дәртләндерә, илһамландыра йәшәргә ҡанат ҡуя тип бейеү серҙәрен һөйләне.

Тарихи –мәҙәни үҙәктең баш белгесе Марат Юлай улы Әүәлбаев бейеү тарихын,Темәс ауылынан сыҡҡан бейеүселәре менән таныштырып үтте.

Беҙҙең халыҡ бик талантлы – хисле лә, моңло ла, шиғри күңелле лә! Шатлыҡ-ҡыуанысын да, ҡайғы-хәсрәтен дә ата- бабаларыбыҙ йырға һалған, бейеүҙәрҙә һынландырған. Башҡорт бейеүендә халҡыбыҙҙың рухы, характеры, бар булмышы сағыла. Шуғалыр ҙа беҙҙә башҡорт бейеүен яратмаған кеше юҡтыр ул! Йөрәгендә дәрт осҡоно янған һәр кем гармун, ҡурай моңон ишетеү менән бейергә талпына! Бына шундай бөйөк тә, ғәжәйеп сихри ҙә, илаһи ҙа ул башҡорт бейеүе тип өҫтәне.

Эльза Миҙәхәт ҡыҙы башҡорт миллиг кеймдәре менән таныштырҙы.
Сараның аҙағында ҡыҙҙарыбыҙ матур бейеүҙәрен бүләк иттеләр.

Башҡорт бейеүенең һәр хәрәкәте, классик элемент булараҡ, профессиональ яҡтан ныҡ үҫешкән. Бының өсөн беҙ Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәровҡа ифрат рәхмәтлебеҙ.
Йәшәһен бейеү!