logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Темясовская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 9.00 до 18.00
Обед с 13.00 до 14.00
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:baimakjib21@mail.ru

“Сәскәләр нур сәсәләр “

✅  Темәс тарихи мәҙәни үҙәгендә “Сәскәләр нур сәсәләр “исемле бәйгенең йомғаҡлау кисәһе үтте. Был бәйгене Темәс ауыл моделле китапханаһы һәм тарихи мәҙәни үҙәк менән берлектә ойошторолдо.

✅Был бәйге беҙҙең ике йыл дауамында бара.Бәйгенең маҡсаты-ауылдың иң яҡшы сәскә үҫтереүселәрен асыҡлау һәм иң яҡшы сәскә ихатаһын ,баҡсаны билдәләү булды.Был бәйге май айынан сентябргә тиклем дауам итте.Комиссия ағзалары ай һайын ауылдың сәскә һөйөүселәренең ихаталарына, йорттарына даими йөрөү менән үтте. Бәйге комиссияһының тырышлығы арҡаһында сентябрь айында тамамлап,еңеүселәрҙе, ҡатнашыусыларҙы билдәләнеләр.

✅Темәс ауылында ла сәскә яратыусы һәм йорт тирәһендә сәскә үҫтереүсе хужабикәләр бик күп , 60 ашыу ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ һәм ир –егеттәребеҙҙә быйыл ҡатнашты.

✅Сәскә яратҡандарҙың күңелендә яуызлыҡ та булмай . Юҡҡамы ни, сәскәләр нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы, тимәгәндәр.
Сәскәләр-ер шарының бөтә мөйөштәрендә ҙур планетабыҙҙа үҫкән ғәжәп үҫемлектәр. Сәскәләр арҡаһында беҙҙең донъя тәбиғи буяуҙар менән тула. Шуғала беҙ сәскәләрҙе яратабыҙ, үҫтерәбеҙ ҡыуанабыҙ,сәскәләр кәйефтәребеҙҙе күтәрергә, тынысландырырға һәм төрлө эмоциялар тыуҙыра беҙгә.

Беҙ үҙ тормошобоҙҙо яҡшы кәйеф менән уратып алабыҙ һәм көндәлек буяуҙарҙың һоролоғонан –ҡараһынан ҡотҡарабыҙ .
Беҙ үҙ йортобоҙҙо ғына түгел , ауылыбыҙҙы ла төҙөкләндерәбеҙ, тирә-яҡтағыларҙы ҡыуандырабыҙ.

✅ Беҙҙең был конкурста еңелеүселәр юҡ, бөтәһелә еңеүселәр,конкурс булғас бөтәһелә булды.
Ҡатнашыусылар араһында төрлө номинацияға бүлдек .
Дөрөҫөн әйткәндә, еңеүсене билдәләү еңелдән булманы ,йыл шул хәтлем матур булды
ямғырҙар яуып торҙо ,ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәне , матур сәскәләр гөрләп үҫтеләр.

✅ Йомғаҡ яһағанда беҙ нимә иҫәпкә алдыҡ? Матурлыҡ, ижад һәм, әлбиттә, эстетика.
Күп төрлө сәскә үҫтереүселәрҙең шундай ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһенә ҡарап, күҙҙәр ҡамашты.

✅ Шулай итеп:

Гран – при Дәүләтшина Рәсимә Ишдәүләт ҡыҙы
1 урынға – Губайдуллина Зифа ,
Исхаҡова Вәзирә Рәхимйән ҡыҙы

2 урынға –Яхина Гөлназ

3 урынға- Яхина Нәзилә Ғарифулла ҡыҙы,
Нигматуллина Фәйрүзә Хәбибулла ҡыҙы лайыҡ булдылар.

✅Бүләкһеҙ бер кем дә ҡалманы ,ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинациялар буйынса билдәләнде.Был эште жюри ағзаларының яраштырылған эше арҡаһында башҡарып сыға алдыҡ. Барыһына ла ҙур рәхмәт.

✅ Сараны үткәреүгә ярҙам итеүселәр: Зайнагабдинов Эмиль Рауил улы,Ирназаров Марат Морат улы,ауыл хакимиәте башлығы Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы, ” Ғылмияза ” фольклор төркөменең рәйесе ,жюри ағзаһы Солтанова Рәмзиә Нурислам ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ .Бөтәгеҙгәлә һаулыҡ,бәхет эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Афариндар!